«ҠЫШҠЫ УРАЛ-БАТЫР УЙЫНДАРЫ — 2019» ИҪ КИТКЕС ҮТТЕ!

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының төп ере — Һарғая ауылында инде йолаға әүерелгән «Ҡышҡы Урал-Батыр уйындары» үтте. Байрамда ҡатнашыусылар ихлас күңел асты, төрлө милли уйындарҙа ҡатнашты, йырланы, бейене!

«Ҡышҡы Урал-батыр уйындары»нда бер булһа ла ҡатнашҡан кеше, унда һәр йыл килергә ашҡынасаҡ, тип әйткәнебеҙ булды инде. Был ысындан да шулай. Ҡышҡы һабантуй (был уйындарҙы икенсе төрлө ошолай тип тә атайҙар) — хәтерҙә оҙаҡ йылдарҙа ҡалырлыҡ сара.
Уйындарҙы ойоштороусылар быйыл да шәп әҙерләнгән. Килгән ҡунаҡтарҙы иртә менән уйындар өсөн әҙер майҙансыҡтар: көрәш, уҡ атыу, ат сабыш һ.б. урындар ҡаршы алды. Шулай Әммә сара икенсенән башланды — “Урал батыр байрамы”нда быйыл да традицион эпосты яттан һөйләү, халыҡ көйҙәрен, йырҙарын башҡарыу ойошторолда. Артабан уйындарҙың үҙенә күселде.
Ат сабышы, көрәш, арҡан тартышы һ.б. Киренән тергеҙелгән халыҡ уйындары, шаярыуҙар ҙа булды. Әйтәйек, суҡмар ырғытыу, таш ташлау, уҡсылар ярышы… Араларында шаяндары ла бар. Бигерәк тә “Килен-ҡәйнә арҡан тартышы” ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Халыҡ килен-ҡәйнә араһында кем көслөрәген күҙәтеп, көлөп хәлдәре бөттө.
Уҡыслар ҙа быйыл етди әҙерләнеп килгән — бигерәк тә балалрҙың, гүзәл заттарҙың күп булыуы һөйөнөслө!
Ат сабышы ла ҡунаҡтарҙы ылыҡтырҙы.
Уйындар һуңында Уралдың иң матур тауҙарының ҡарлы түбәһендә — Башһыртта ҙур усаҡ яғылды. Уның эргәһендә ҡунаҡтар, бәйгеселәр йылына һәм күмәкләп илгә, донъяға, ергә, барлыҡ халыҡтарға изге теләктәр теләне

Түбәндә, был матур саранан фотоһүрәтләмә тәҡдим итәбеҙ һәм киләһе йылда барығыҙҙы ла уға саҡырып ҡалабыҙ!