ЕПТЕ ИШЛӘҺӘҢ, АРҠАН БУЛЫР

19-21 июлдә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында сираттағы экостан ойошторолдо. Быуындар бәйләнешен тормошҡа ашырыу маҡсатынаярашлы «Көмөш сылбыр» – ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең район ағинәйҙәр ҡоро менән бергәләшеп алып барған проекты ул. Инде дүртенсе тапҡыр үткәрелгән сараға был юлы ейән-ейәнсәрҙәре менән өләсәйҙәр Иҫке Собханғолдан һәм Яңы Мөсәттән йыйылды. Экостандың программаһы төрлө йәштәге балаларҙың ялын бергә ойоштороуға ҡоролған. Ҡурсаулыҡтың тарихы менән танышыу бергәләшеп музейға экскурсия яһауҙан һәм экоүҙәктә видеофильмҡарауҙан башлана. Ошонда уҡ бәләкәйҙәр өсөн бер ыңғайҙан экоуйындар ойошторолоу бик отошло алым, сөнки ғәҙәттәгесә, уҡыу йәшендәге балалар, ололар менән бергә, ҡурсаулыҡ директоры Вәсилә Әхәт ҡыҙы Янбаеваның киң мәғлүмәтле йәнле сығышын, күпме тыңлаһа ла, ялҡмай, тыңларға ярата. Әммә артабан барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән сюрприз – сиратлап атта һыбай йөрөтөү сәғәте ҡаралғайны. Малайҙар һәм ҡыҙҙар эйәрҙә Аҡбуҙатҡа атланғандай ғорурлыҡ кисерһә, өләсәйҙәр өсөн уларҙың шатлығын ҡарап тороу ҙа бер ҡыуаныс булды. Бынан һуң күмәкләшеп иркен ялан кәртәлә йәшәүсе боландарҙы күҙәтеп йөрөп, ҡараңғы төшә башлағанын да һиҙмәйһең. Киске аштан һуң, балалар өсөн саф һауала махсус уйындар ойошторолған арала, «Көмөш сылбыр» проекты эсендә ҡаралған йола буйынса, ағинәйҙәр оҫталыҡ дәресе алды. Был юлы милли кейемебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө – таҫтар темаһы ентекле өйрәнелде. С.И.Руденконың «Башкиры», Е.Е.Нечвалованың «Орнамент счетной вышивки башкир» тигән китаптарынан тыш, Өфөләге археологик һәм этнографик музейҙа оригиналдан төшөрөп алынған фотолар аша таҫтарҙың ҡышҡы һәм йәйге варианттарын тегеү серҙәре ҡаралды. Йомшаҡ һәм шифалы һыулы йәйге мунсанан һуң оҫталыҡ дауам итте: ҡорамалыҡ туҡыманан күбәләктәр тегергә өйрәнеү өләсәйҙәрҙең генә балаларҙың күңеленә лә хуш килде. Икенсе көн Араҙый тауына күтәрелеүгә бағышланды. Экоһуҡмаҡҡа төшөр алдынан, тау итәгендә тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтле ата-бабаларыбыҙҙың йолалары, тәртип ҡағиҙәләре иҫкә алынды. Тау битләүендәге туҡталҡаларҙа ултырып хәл алғанда ла, тәрбиәүи әңгәмәләр аша файҙалы мәғлүмәт туплау туҡталмай. Шифалы үләндәр, ошонда ғына осрай торған үҙенсәлекле үҫемлектәр, бөжәктәр тураһында ҡыҙыҡһынып тыңлай-тыңлай, тау түбәһенә менеп еткәнең дә һиҙелмәй ҡала икән. Тауға артылыусыларҙың иң бәләкәйҙәренә бишәр йәш булһа, иң өлкән Сәкинә өләсәйгә 78 йәш ине. Уның ых та итмәй тауға күтәрелеүе үҙе бер матур өлгө булды. Ошо бейеклектән ожмахтарға тиң урманлы тауҙарыбыҙға бер һоҡланып күңелдәр булғас, күмәкләшеп донъя именлеген, ил-йорт бәрәкәтен һорап доғалар ҡылынды, теләктәр теләнде. “Бейек тауға менгән саҡта, төшөрөңдө уйлап мен” тигән мәҡәлдәгесә булды артабанғы юл. Текә һәм ташлы урындарҙан етәкләшеп йүрмәләү талап ителһә, артыш шырлыҡтарын берәмләп шыуышып, йырып сығыуҙар һис онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра балаларҙа. Уңайлы дивандарҙа ултырып мультфильм ҡарап ултырыу менән бер түгел был һынауҙар! Шулай ҙа һуҡмаҡтан әллә ни ситкә тайпылмайса ғына, йә еләген, йә бөрлөгәнен өҙөп ҡапҡылап алыу кәйефтәрҙе шундуҡ күтәреп, арығандарҙы оноттороп ебәрә. Бындай сәйәхәттәрҙән һуң экостанда ашнаҡсы апайҙар әҙерләп көтөп торған ризыҡтарҙы, өйҙәгесә, көсләп ашатыу ҙа талап ителмәй икән дә: тыштағы йәйге ашханала ҡалаҡтар шаҡылдай ғына! Ике тәүлек буйына туҡтауһыҙ аралашыуҙан үҙ-ара танышыу, яҡындарса дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу тәбиғи рәүештә бойомға ашыуы бигерәк тә әһәмиәтле. Ошондай фәһемле һәм файҙалы ялды ойошторған ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булып, тик ыңғай тәьҫораттар алып таралышты өләсәйле балалар һәм ейән-ейәнсәрлеөләсәйҙәр. Һәр мәлде теркәп барған фотолар тиҙ генә оноттормаҫ әле был изге урындарҙы һәм күңелле ваҡыттарҙы! Экостанда ял итеүсе был төркөмдөң өсөнсө көндә “Иң яҡшы салғысы” бәйгеһендә ҡатнашыуы тураһында айырым. Бергәләшеп, дөйөм көс, аҡыл менән ир балаға аяҡ, ҡыҙ балаға ҡанат ҡуйырлыҡ «Көмөш сылбыр» проектының тәжрибәһе районыбыҙҙың төрлө ауылдарында ҡулланылһа ине, тигән теләктә таралышты экостанда ял итеүсе ағинәйҙәр. Проектты тормошҡа ашырыуға олатайҙар ҙа ҡушылһа, быуындарҙы бәйләп тороусы күренмәҫ ептәр ишелеп, киләсәгебеҙҙе хәстәрләүҙә һис шикһеҙ өҙөлмәҫ арҡан булыр ине. Арҡан ишһәң, бау булыр, арба-санаң һау булыр, тигән аҡыллы һүҙ ҡалдырған бит ата-бабаларыбыҙ.

Бөрйән районы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Р.Ғизәтуллина.