БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ҠУРСАУЛЫҒЫНДА КӨРТМӘЛЕ МЕНӘН ЕР ЕЛӘГЕ УҢДЫРЫШЛЫҒЫ ИҪӘПКӘ АЛЫНДЫ

Йыл һайын, йәйге осорҙа, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы фәнни бүлеге тарафынан ҡурсаулыҡ биләмәһендә үҫкән еләктәр һаны иҫәпкә алына. Быйылғы һөҙөмтә — уңыш уртаса.

Ҡурсаулыҡта үҫкән еләк уңдырышлығын белеү өсөн уларҙы бер квадрат метр биләмәлә ҡул менән йыялар, артабан айырым ҡаптарға һалалар һәм ауырлығын үлсәйҙәр. Был тикшереү еләктәрҙең һәр йылда уртаса уңдырышлығын белергә, киләһе йылда күпме үҫеренә күҙаллауҙар эшләргә ярҙам итә.
Көртмәле, ер еләге күп кенә ҡырағай хайуандарға, кейектәргә төп аҙыҡтарҙың береһе булыуын иҫәпкә алғанда, бындай тикшеренеү бик кәрәкле эш.
Быйылғы һөҙөмтәләр алдығы йылдарҙың һөҙөмтәләренән бик айырылмай — уңыш уртаса. Тимәк, ҡырағай хайуандар ҙа ҡышты имен сығырына өмөт ҙур.
(ред.)