Марал йәки аҫыл болан

Маралдың икенсе исеме бигерәк матур – аҫыл болан. Урыҫтар уны, благородный олень, тип йөрөтә. Был болан ниндәйерәк була икән, тип күптәр аптырап ҡалыр. Әммә ул беҙгә бәләкәйҙән таныш. Иҫләйһегеҙҙер, элегерәк беҙ бер-беребеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотлап открыткалар ебәрә торғайныҡ. Бына шул открыткаларҙың күбеһендә бына ошондай һүрәт булыр ине: ябалаҡлап ҡына эре ҡар бөртөктәре яуа, матур итеп биҙәлгән санала бер ҡулы менән тоғон тотоп, ә икенсеһе менән беҙҙе сәләмләп шат йылмайып Ҡыш бабай ултыра, ә санаға аҫыл болан егелгән, ул ҡар-бурандарҙы туҙҙырып елеп китеп бара! Моғайын, был һүрәт күптәрҙең иҫенә төшкәндер һәм ғәмһеҙ бала саҡтың йылы хәтирәләренә алып киткәндер.
Баҡтиһәң, Ҡыш бабай Яңы йыл бүләктәрен бушҡа ғына аҫыл болан менән бергә таратып йөрөмәй икән. Был хайуан изге, сөнки унда кеше белмәгән, кеше аңлай алмаған ниндәйҙер сихри көс бар, тип иҫәпләй күп халыҡ. Әйткәндәй, Яңы йыл байрамында уны Ҡыш бабай ғына түгел, ә Санта Клауста санаға егеп бүләктәр таратып йөрөй. Аҫыл боланды бушҡа ғына күп милләттәр хөрмәт итмәй, был хайуанда ысынлап та ниндәйҙер бер эске рухи көс бар, тип иҫәпләй ғалимдәр. Был көс шул хәтлем көслө, хатта уны ҡурҡыу белмәҫ зәһәр йыланда күтәрә алмай икән. Ул ситтә шыуышып ҡасыуҙы хуп күрә. Тәбиғәттә аҫыл болан үҙен бик хорур тота. Тура муйын, ялҡынлы ҡараш, текә аяҡтар, ғорур кәүҙә. Уға һоҡланып туя алмай ирекһеҙҙән, был хайуан бер ҡасан да бер кемгә лә баш бирмәйәсәк, тип уйлап ҡуяһың!
Заманында аҫыл болан тәбиғәттә күп булған. Урындағы халыҡ уны аулау-өйрәтеү серҙәрен белгән, уны үҙ мәнфәғәтенә тотонған, санаға егеп йөрөп файҙаһын күргән. Был хәлгә ҡағылышлы тапҡыр әйтем бар: атаһы болан өйрәтмәгәндең балаһы ҡолан өйрәтмәҫ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем, борон ҡолан тип ҡырағай атты атағандар. Был әйтем үҙе үк әйтеп тора. Аҫыл боланға ҡарағанда ҡырағай атты өйрәтеүе күпкә еңелерәк булған. Шуныһы фәһемле, борон боланға бик һирәк һунар иткәндәр. Был һуңғы аҙымға халыҡ бик асыҡҡан саҡта ғына барған. Һәм һунарсыға аҫыл боланға һунарға рөхсәт биргән. Әммә йылына бер тапҡыр ғына! Йылына ике болан алған һунарсының затына ҡасан да бер булһа ҡаты яза төшәсәк, тип иҫәпләгән халыҡ.
Заманында беҙҙең төбәктә күпләп йәшәгән аҫыл болан. Уның тәбиғи ғүмере сама менән 15 йыл тәшкил итә. Аҫыл боландың кәүҙә оҙонлоғо 2,4 м самаһы, ә бейеклеге 1,5 м самаһы була. Ауырлығы уртаса 250 кг тарта. Һирәкләп 300 кг-ға еткәндәре лә була. Төҫө һорғолт. Был боланды башҡалар менән бутап булмай: уның артҡы һынының ҡойроҡ тирәһе аҡ була. Инәләренең мөгөҙө булмай. Атайҙар мөгөҙлө була, мөгөҙ 9 тармаҡҡа хәтлем барып етә. Ата боландар бына ошо мәлдә (март-апрель тирәләрендә) мөгөҙҙәрен һала. Мөгөҙһөҙ оҙаҡ йөрөмәй улар, июль айында яңылары үҫеп тә сыға. Аҫыл боландар иртән һәм кисен туҡланырға ярата. Йәй осоронда уларға аҙыҡ етәрлек. Ҡыш осоронда ағас ҡабығы, ағас-ҡыуаҡ үҫемлектәр менән туҡланырға мәжбүр була улар.
Шуныһы ҡыуаныслы, хөкүмәт тарафынан аҫыл боландарҙы тергеҙеү эше әүҙем алып барыла. Беҙҙең районға 1941-42 йылдарҙа (Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа) Алтайҙан 39 баш аҫыл болан килтерелә. Уларҙы Башҡорт ҡурсаулығы ҡабул итеп ала һәм үҙ биләмәһенә ебәрә. Улар беҙҙең төбәккә ерегеп йәшәп алып китә. Әммә ваҡыт үткән һайын төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙың һаны күпкә кәмей төшә. Ошо хәлде иҫәпкә алып Башҡорт ҡурсаулығы 2014 йылда Алтайҙан тағы бер тапҡыр уларҙы алып ҡайтыу эшен ойоштора. Был юлы ҡурсаулыҡ тарафынан 9 баш аҫыл болан һатып алына. Былары ла ерегеп йәшәп алып китә. Әлбиттә, был юнәлештә хәл итәһе мәсьәләләр етәрлек. Шуныһы ҡыуаныслы, был изге тип иҫәпләнгән хайуандарҙың һаны бөгөн артыу өҫтөндә. Былтырғы йылда был хайуандарға ҡарата ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 157 осратыу карточкаһы (карточка встреч) теркәлгән. Был карточкаларҙа аҫыл боландарҙың эҙе, тауыш биреүе, үҙҙәре тап килеү осраҡтары кеүек мәғлүмәттәр теркәлеп бара. Ошо барлыҡ мәғлүмәттәрҙе өйрәнгәндән һуң, бөгөн Башҡорт ҡурсаулығы биләмәһендә сама менән 30-лап аҫыл болан йәшәй, тип фаразлай белгестәр. Беҙҙең ерҙә аҫыл боландарҙың күпләп үрсеүен, уларҙың урман йәме булып йөрөүен теләйек!

Ә. Шәрипов
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының
өлкән ғилми хеҙмәткәре