«Бөрйәндәр – Баймаҡта»

Уҙған аҙнала Баймаҡ районы Граф күле янында «Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы» сиктәрендә милли ат ярыштары булып уҙҙы.

Был милли ат ярыштарында Бөрйән районы ла бик актив ҡатнашты. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры етәкселегендә, беҙҙең команда төрлө ат ярыштарында ҡатнашты.

Һунғы йылдарҙа популярлаша барған, Бөрйән районында ла бик әүҙем уйынға әйләнгән ылаҡ уйынында ҡурсаулыҡтың «Бөркөт» командаһы икенсе урынды яуланы.

Һыбайлы атлыларҙын милли «Ауҙарыш» уйынында ла Бөрйән егеттәренә етүселәр булманы. Нисе йыл рәтән был уйында беренселекте бирмәгән егетте енеп Әхмәтов Рәмил беренсе булһа, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре Әлмөхәмәтов Илнур өсөнсө урын яуланы. Һыбайҙа атта йөрөү таһыллығы буйынса Бөрйәндәргә етеүселәр булманы.

Аттан сабып килеш уҡтан атыу бәйгеһендә лә егеттәр мәргәнлектәрен һынап ҡаранылар. Әлбиттә, был ярышта Баймаҡ егеттәре мәргәнерәк булып сыҡтылар.

Дүрт йәшкә тиклем йәш аттар араһында ла Башҡорт ҡурсаулығы ярышҡа ҡуйған «Малыш» ҡушаматлы ат менән Ишҡолов Ғәҙел ярышты. Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Белорет һәм Учалы райондары ҡуйған аттар араһында «Малыш» ҡушаматлы ат бишенсе килде.

Ат ене ҡағылған көйәрмәндәрҙә был сараға көн торошо тип тормай бык күпләп йыйылған ине.

Марс Нәбиуллин