Башҡортостан ҡурсаулығында «Урал батыр байрамы» уҙҙы

Бөрйән районының Һарғая ауылында, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә, ҡышҡы «Урал батыр байрамы» булды. Шул ваҡыттан алып улар Белорет, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө, Мәләүез, Асҡын һәм башҡа райондарҙа үтте. Өфөләге байрам, Бөтә донъя туған телдәр көнөнә арналып, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙғарыла.

Быйыл байрамда Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәзиз Манапов, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Янбаева, «Мәргән», «Ылаҡ», «Көрәш» клубтары директорҙары Юлай Ғәлиуллин, Илшат Хәмитов, Сәғит Яҡупов, шулай уҡ Бөрйән районының «Сәсән мәктәбе», «Ағинәй» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты һәм ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

Сараны инеш һүҙ менән Розалиә Солтангәрәева асты. Уның һүҙҙәренсә, «Урал батыр байрамы»ның бер нисә төп йүнәлеше бар: эпосты яттан һөйләү, халыҡ көйҙәрен, йырҙарын башҡарыу, уйындар, ҡарҙа көрәш.

Һарғая ауылында уҙғарылған «Урал батыр байрамы» быйыл спорт ярыштары комплексын һәм халыҡ уйындары төрҙәрен киңәйтте. Ат сабышы, арҡан тартыш, суҡмар ырғытыу, таш ташлау, көрәш, уҡсылар ярышы — ошо уйындарҙың һәммәһе лә ойошҡанлы үтте. Хатта көндөң һалҡын тороуы ла байрамға ҡамасауламаны. Барыһы ла Уралдың иң матур тауҙарының ҡарлы түбәһендә — Башһыртта яғылған ҙур усаҡ эргәһендә йылынды һәм күмәкләп илгә, донъяға, ергә, барлыҡ халыҡтарға изге теләктәр теләне.

«Башҡорттар борон-борондан ҡышын көрәш, батырҙарҙы данлау йолаларын ойошторған, йырҙар йырлаған, ҡобайырҙар әйткән. Ошондай йола байрамдарында ата-бабаларыбыҙ яҙ етер алдынан яңы көс туплаған, ығы-зығынан арынған, рухи үҫеш кисергән», — тип һөйләне Розалиә Сотангәрәева.