Май байрамдарында республикабыҙға 40 меңдән ашыу турист килгән

Республиканың  Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 29 апрелдән 9 майға тиклем Башҡортостанға 40 меңдән ашыу турист килгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 23,5% күберәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Һауыҡтырыу һәм экологик туризм әүәлгесә популяр, дини сәйәхәттәр артҡан. Ирәмәлгә күтәрелеү, «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарына, «Башҡортостан» милли паркына, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына барыусылар күп. Әүҙем ял итергә яратыусылар араһында тау йылғалары бик популяр.

«Белем вагоны» төбәк-ара туристик проекты сиктәрендә май байрамдарында Өфөгә Һамар өлкәһенән 80 бала килгән.