ҠУРСАУЛЫҠ ВЕТЕРАНДАРЫ ЙӘШ УҠЫУСЫЛАР МЕНӘН ОСРАШТЫ

Ошо көндәрҙә Башҡорт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районы Хәмит ауылында үҙенсәлекле осрашыу үткәрҙе. Уға ҡурсаулыҡта оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран хеҙмәткәрҙәр һәм мәктәп уҡыусылары килде.
Осрашыу йылы мөхиттә барҙы. Хәмит ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡурсаулыҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ағайҙар менән йәнле әңгәмә алып барҙы, эш үҙенсәлектәре тураһында һорауҙар бирҙе, йәнлектәр тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Ололар ҙа һынатманы: Рәхимйән Яныбаев, ағалы-ҡустылы Саях һәм Юлмөхәмәт Нуритдиновтар, Әхмәт Баһауетдиновтар үҙҙәренең ғүмерлек эштәре тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән ихлас бүлеште.
Балаларға бигерәк тә Әхмәт ағайҙың хәтирәләре хуш килде.
Әхмәт Шайхислам улы әле 69-сы йәшен атлай, 30 йылдан артыҡ ғүмерен Башҡорт ҡурсаулығы өсөн биргән. Ҡурсаулыҡта бер мәл ул ҙур ғына айыуға тап була. Ауылдан алыҫ түгел ерҙә һыйырҙы йыҡҡан да, шуның янынан китмәй һағалап йөрөй икән. Әхмәт ағай бәләнән баш аяҡ тип, айыуҙан ситкәрәк китеп, мылтығы артынан ҡайтып китә, үҙе менән иптәшен дә эйәртә.
Ярай ҙа бер үҙе булмай. Айыу булған ергә яҡынлашыуы була, йыртҡыс аҙығын һаҡлайым тип туранан-ура уға уҡтала, һөжүм итә. Кешеләрҙең икәү булыуы ғына уны туҡтатып ҡала. Әхмәт ағай мылтығынан һауаға атып, саҡ уны өркөтә.
Бына шулай, ҡурсаулыҡта эшләү ҡайһы саҡ ғүмергә лә хәүеф тыуҙырғылай.
Дөйөм алғанда, ҡурсаулыҡтың төп маҡсаты – Ҡыҙыл Китапҡа ингән һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған йәнлектәрҙе, фаунаны һаҡлап ҡалыу. Башҡорт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре хатта хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан был мөһим эште әле лә алып бара һәм булған тәжрбәләрен йәштәр менән өләшә.
Осрашыу артабан табын өҫтәле артында дауам итте. Тәмле сәй эсеп, күңел булғансы һөйләйеп, барыһы ла саранан ҙур ҡәнәғәтлек алып таралашты.
Ошондай осрашыуҙар, һис шикһеҙ, йышыраҡ булып тороуы шарт!