БАШҠОРТ ҠУРСАУЛЫҒЫНДА “ИҢ ЯҠШЫ САЛҒЫСЫ -2019” БИЛДӘЛӘНДЕ

Июль һуңында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында «Иң яҡшы салғысы-2019» ярышы үтте. Был мәртәбәле сарала иң шәп үлән сабыусы исемен яулау өсөн 7 ҡатын-ҡыҙ һәм 6 ир-ат көс һынашты.

Ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, салғысылар алдын билдәләнгән баҡуйҙарҙа, аныҡ арауыҡты мөмкин тиклем тиҙ ваҡытта бесән сабып үтергә тейеш ине. Ир-аттар өсөн был ара 100 метр, ҡатын-ҡыҙҙарға – 50 метр тәшкил итте. Киңлеге – 2.5 метр. Бесән сабыуҙың сифаты ла яҡшы булыуы шарт – сабылған үлән бейеклеге 50 мм артырға тейеш түгел. Кире хәлдә, ошондай һәр 1 метр өсөн яршысыға 1 штраф мәрәй һалына. Ә был, уның ярыш һөҙөмтәһенә 20 секунд өҫтәлә, тигән һүҙ.
Ошо ҡанундар үтәлешен махсус жюри ҡараны. Улар: баш судья – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡлығының һаклау буйынса директор урынбаҫары Валиев Илнар Тайфур улы, ОООД буйынса директор урынбаҫары Ишмуратов Азат Урал улы һәм Ҡолғана ауыл советының башлығы Ҡолбердин Илшат Мөхәммәт улы. Улар шулай уҡ салғысылар сабынлыҡта үткәргән ваҡытты ла теркәп торҙо.
Ғәҙеллек өсөн баҡуйҙарҙы ярышсылар йәрәбә менән бүлешеп алды. Старт бирелгәс – салғыларҙы ялтлатып улар алға ашҡынды. Һөҙөмтәлә, урындар ошолай бүлешелде:
Ир-егеттәр араһында:
1-се урынды Һарғая ауылында йәшәүсе Фәхретдинов Кәрим Фәйзрахман улы,
2-се урынды Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Фәтхуллин Рафаэль Ишмөхәмәт улы,
3-сө урынды Язағолов Илназ Илгиз улы яуланы

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урынды Һарғая ауылында йәшәүсе бер ниса тапкыр бесәнселәр ярашында ҡатнашып, Республика кимәлендә Арти ҡалаһында 1-се урынды яулаусы башҡорт дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәре Зөлфия Мансур ҡыҙы Фәхретдинова,
2-се урынды Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Хамдия Рәхимйән ҡыҙы Фәтхуллина,
3-сө урынды Юлия Булат ҡыҙы Даутова яуланы.

«Иң ныҡыш» номинацияға Ғәитбаев Рәуф Ишберде улы лайык булды.
Ҡөмөш сылбыр экостаны лагерендә ҡатнашкан өләсәйҙәрҙә ихлас ҡатнаштылар, иң дәртле өләсәйҙәр Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина менән Ғилминур Ғәле ҡыҙы Ураҙаева ир-егеттәрҙең салғыларын алып йәш катын-ҡыҙҙар араһына баҫып, улар менән берлектә бесән сапты һәм «Иң яҡшы бесәнселәр-2019» конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт ҡағыҙы менән буләкләнде. Конкурсты ағинәйҙәр үҙҙәренең дәртле йырҙары менән тамамланы.