Главная/Последние статьи/22 ФЕВРАЛЬ КӨНӨ «УРАЛ-БАТЫР ҠЫШҠЫ УЙЫНДАРЫ»НА САҠЫРАБЫҘ!

22 ФЕВРАЛЬ КӨНӨ «УРАЛ-БАТЫР ҠЫШҠЫ УЙЫНДАРЫ»НА САҠЫРАБЫҘ!

151

22 февраль көнө Бөрйән районының Һарғая ауылында, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә, йәнә Ҡышҡы «Урал батыр байрамы» үтәсәк. Барығыҙҙы ла был матур, күңелле, шәп байрамға саҡырып ҡалабыҙ!
Кемдә кем Ҡышҡы “Урал батыр байрамы”нда булғаны бар – уға йыл да килергә ашҡына. Килмәйенсә мөмкин түгел – был бит яңыртылған ҡышҡы башҡорт һабантуйы!
“Урал батыр байрамы”нда быйыл да традицион эпосты яттан һөйләү, халыҡ көйҙәрен, йырҙарын башҡарыу буласаҡ. Быны сараның рәсми өлөшө тиһәң дә була. Сараға саҡырылған арҙаҡлы замандаштарыбыҙ жюри ағзалары булараҡ ҡатнашыусыларҙы төрлө яҡлап баһалап, иң-иңдәрҙе билдәләйәсәк.
Сара тышта ла гөрләп барасаҡ. Ат сабышы, көрәш, арҡан тартышы һ.б. Киренән тергеҙелгән халыҡ уйындары, шаярыуҙар ҙа күп булмаҡсы. Әйтәйек, суҡмар ырғытыу, таш ташлау, уҡсылар ярышы… Араларында шаяндары ла бар. Бигерәк тә “Килен-ҡәйнә арҡан тартышы” ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Кем көслөрәк булыр ҙа, кем беренселекте алыр?
Уйындар һуңында Уралдың иң матур тауҙарының ҡарлы түбәһендә — Башһыртта ҙур усаҡ яғыла. Уның эргәһендә ҡунаҡтар, бәйгеселәр йылына һәм күмәкләп илгә, донъяға, ергә, барлыҡ халыҡтарға изге теләктәр теләй.
Байрамды ойоштороусылар Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Бөрйән районы хакимиәте, «Мәргән» уҡсылар клубы Ҡышҡы «Урал батыр байрамы»на барығыҙҙы ла йәнә саҡыра! Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ, ти улар.

kkxobbgxzf8_ejw_1280-1-768x457 qepzrgnk17s_ejw_1280-1-768x512

 
Теги: Новости на башкирском
Визит-центр «Башхырт» с конференц-залом и видеоаппаратурой; Музей природы; Демонстративно-экспериментальная площадка с маралами; Историко-геологические тропы «Башхырт» и «Змеевик»; Экологическая тропа «Арадый» в окрестностях поселка Саргая; Гостевые домики. Туры Выходного дня: "Конный тур", "Сплав по реке белой". Экскурсионный комплекс работает с 10.00 до 17.00 ежедневно. Башкирский заповедник всегда радостно встречает гостей. В гостевых домиках можно остановиться и отдохнуть с комфортом и уютом. В летнее время обустраивается палаточный городок. Грамотные экскурсоводы всегда готовы провести для вас увлекательные экскурсии.