БАШҠОРТ ҠУРСАУЛЫҒЫНДА ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ ЕЙӘНДӘР ӨСӨН ИКЕНСЕ ТАПҠЫР ЭКОСТАН УҘҒАРЫЛДЫ
Башҡорт әйтемендә “Ағас тамырына ҡарап үҫә”, тиелә. Ысынлап та, үҫеп килгән быуынға үҙебеҙ үрнәк күрһәтмәһәк – киләсәгебеҙҙең ниндәй булыр? Быны Башҡорт ҡурсаулығында яҡшы аңлайҙар. “Көмөш сылбыр” Экостаны тип аталған программа ошо мәсьәләне хәл итергә булышлыҡ итә.
Экостан программаһы Бөрйән районы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә икенсегә уҙғарыла. Тәүгеһе быйыл йәй үткәйне. Унда 14 өләсәй менән 15 ейән-ейәнсәр ҡатнашты. Бер-нисә көн дауамында барған был сарала йәйәүле экскурия, урманда иҫән-һау ҡалыу, уҡтан атыу мастер-класстары һ.б. үткәрелде. Әлбиттә, уның дауамында ҙур тәжрибә тупланды һәм, күп тә үтмәй, Экостан ошо көндәрҙә икенсегә ойошторолдо.
Көндәр һыуыҡ тороуына ҡарамаҫтан, Экостанда ҡатнашырға теләүселәр һаны йәйгеһенән ҡалышманы. Ул ғына ла түгел, ҡатнашыусылар георгафияһы ла киңәйҙе – Мәләүез районынан да ҡунаҡтар килде.
Өс көнгә иҫәпләнгән программа бер тында үтте. Беренсе көндә ҡунаҡтар Башһыртҡа йәйәүле экскурия менән менде. Уның барышында өләсәй һәм ейән-ейәнсәр ҡурсаулыҡ тәбиғәте, һаҡлауға алынған хайуандар, ҡоштар, үҫемлектәр донъяһы менән яҡындан танышты. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре менән аралашып уларҙың эше, төбәктең тарихы менән ҡыҙыҡһындылар. Башһырттың иң бейек түбәһендә, әле тәүге ҡар ятҡан тау һырттары менән һоҡландылар, иҫтәлеккә фотоға төштөләр
Артабан музейҙа булдылар, шулай уҡ ҡурсаулыҡта аҫралған маралдарға һоҡландылар. Әйтергә кәрәк, оло һәм йәш быуын араһында көн буйы йәнле аралашыу барҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙең бөткөһөҙ һорауҙарына яуаптар бирелде.
Икенсе көнгә тардицион урманда иҫән-һау ҡалыу, уҡтан атыу мастер-класстары үткәрелде. Урманда иҫән-һау ҡалыу серҙәре бәләкәстәрҙә генә түгел, ололарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сөнки республикала юҡ-юҡ та, кешеләр урмандарҙа аҙаша, уларҙы артабан күмәкләп оҙаҡ ҡағыт эҙләйҙәр. Ошо мәлдә аҙашыусыға ни эшләргә, нисек иҫән-һау ҡалырға?
Тәжрибәле инструкторҙар нисек ут табырға, ҡыуыш эшләргә, ҡотҡарыусылар тиҙерәк тапһын өсөн нимәләр эшләү кәрәк сеҙәрен өйрәтте.
Артабан инде программала ҡатнашыусылар уҡтан атыу серҙәренә төшөндө. Был саранан бигерәк тә балалар ҙур кинәнес алды – кемдең сәпкә тейҙереп иң-иң мәргән исемен алғыһы килмәй икән?
Кискеһен өләсәйҙәр йылы өйҙөң түренә йыйылып, балаларға милли ҡолаҡсын башлығын тегеү, милли аш-һыу бешереү, файҙалы үләндәр йыйыу, ҡулланыу серҙәре менән бүлеште. Эш араһында балаларға әкиәттәр, легендалар һөйләнелде, йәнле аралашыу барҙы.
Өс көн һә тигәнсе үтеп тә китте, әммә был көндәрҙең әһәмиәте – һанап бөткөһөҙ. Балалар каникулдарҙағы ял көндәрен күңелле генә түгелә, әфәһемле лә үткәрҙе, милли мөхиттә оло быуын менән аралашты, өләсәйҙәрҙең тәжрибәһен уртаҡлашты. Оло быуынға ла был тик файҙаға ғына – ни тиһәң дә, үҫеп килгән быуынға дөрөҫ тәрбиә нәҡ ошондай яҡын аралашыуға бирелә лә инде.
Экостанда ҡатнашыусылар барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды һәм унда яҡын арала йәнә мотлаҡ ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Башҡорт ҡурсаулығында ла бындай ынтылышҡа хуп ҡарайҙар. “Көмөш сылбыр” Экостаны мотлаҡ артабан да алып барыласаҡ, ойоштороласаҡ, тиҙәр улар. Хәйер, изге башланғыстар сәскә атып, матур емештәр бирәсәгенә беҙҙең һис шигебеҙ юҡ!
Кемдәр киләсәктә Башҡортостандың иң матур райондырының береһе – Бөрйәнде күргеһе, милли мөхиттә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралышҡыһы килә икән – Башҡорт ҡурсаулығына рәхим итегеҙ!