Главная/Последние статьи/БӨРЙӘН РАЙОНЫНДА «ҠЫШ БАЙРАМЫ-2019» ГӨРЛӘП ҮТТЕ!

БӨРЙӘН РАЙОНЫНДА «ҠЫШ БАЙРАМЫ-2019» ГӨРЛӘП ҮТТЕ!

125
22-23 февралдә Бөрйән районда йолаға әйләнгән «Ҡыш байрамы -2019» уҙғарылды.
— 22 февраль көнө Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үтте. Программала милли көрәш, уҡтан атыу, арҡан тартыш, килен-ҡәйнә арҡан тартышы, таяҡ тартыш, таш ярыу, суҡмар ырғытыу, ат сабыштырыу һәм «Ылаҡ» уйындары үткәрелде.
— 23 февраль көнө Иҫке Собханғол ауылының «Күҙәмбәт» яланында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саналы аттар ярышының 50 йыллыҡ юбилейы үткәрелде.
Ярыш бер нисә этапта уҙҙы:
— таҙа ҡанлы юртаҡтар ярышы (һыбай). Дистанция — 2 км (1 әйләнеш);
— Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан саналы аттар ярышы — «Бәйге». Дистанция — 8 км (4 әйләнеш).
— башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбай ярыш. Дистанция — 4 км (2 әйләнеш);
— санала юртаҡтар ярышы. Дистанция — 10 саҡрым (5 әйләнеш).
Шулай уҡ командалар араһында Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатылды.
— ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың аттарын һәм саналарын биҙәү буйынса ярыш ойошторолдо.
— ат һөйөүселәр ярышы үтте. Был ярыштың шарттары бик ябай ине: хужалар туғарылған аттарын кире саналарына егеп, бер әйләнеш сабып йә елеп килде.
Ярыштарҙа ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкдәнде.
Шулай уҡ тауҙан шыуыу (тюбинг), уҡтан атыу, арҡан тартыш һәм күңел асыу өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо.
Теги: Новости на башкирском
Визит-центр «Башхырт» с конференц-залом и видеоаппаратурой; Музей природы; Демонстративно-экспериментальная площадка с маралами; Историко-геологические тропы «Башхырт» и «Змеевик»; Экологическая тропа «Арадый» в окрестностях поселка Саргая; Гостевые домики. Туры Выходного дня: "Конный тур", "Сплав по реке белой". Экскурсионный комплекс работает с 10.00 до 17.00 ежедневно. Башкирский заповедник всегда радостно встречает гостей. В гостевых домиках можно остановиться и отдохнуть с комфортом и уютом. В летнее время обустраивается палаточный городок. Грамотные экскурсоводы всегда готовы провести для вас увлекательные экскурсии.