Главная/Последние статьи/ФӘННИ-ҒИЛМИ КОНФЕРЕНЦИЯ УҠЫУСЫЛАРҘЫ ЙӘНӘ БАЙНАЗАР АУЫЛЫНА ЙЫЙҘЫ

ФӘННИ-ҒИЛМИ КОНФЕРЕНЦИЯ УҠЫУСЫЛАРҘЫ ЙӘНӘ БАЙНАЗАР АУЫЛЫНА ЙЫЙҘЫ

131

Декабрҙең беренсе көнөндә Бөрйән районы Байназар ауылында “Мин эҙәрмән” тип исемләнгән сираттағы Фәнни-практик конференция үтте. Башҡорт ҡурсаулығы, Байназар ауылы мәктәбе тарафынан йыл да ойошторолоп килеүсе был сара быйыл да күп уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итте.

Быйылғы конференцияға Бөрйән районының 7 мәктәбенән 21 эш тәҡдим ителде. Иң ҙур төркөм Әбделмәмбәт (етәкселәре Миннур Ҡасимова) менән Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалынан (етәксеһе Зинира Хәсәнова) килгәйне. Конференция йәнле барҙы. Һәр уҡыусы үҙе эшләгән фәнни-практик эшен жюри ағзалары алдында яҡланы, ниндәй аныҡ эҙләнеүҙәр үткәргәнен һөйләне, фото-видео материалдар менән проектор аша таныштырҙы.

Жюри составына инеүсе Башҡорт ҡурсаулығы, “Шүлгән-таш” тәбиғәт ҡурсаулығы, “Башкирия” милли паркы вәкилдәренә быйыл аппаруҡ ҡына эшләргә тура килде – сөнки һәр бер эш үҙенсә ҡыҙыҡлы, фәһемле ине. Һөҙөмтәлә, экология темаһына ҡағылышлы иң яҡшы мәктәп ғилми эше тип Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы Элмира Аллабирҙинаныҡы танылды. Уның “Иҫке Собханғолдоң эсәр һыуы сифаты” тип аталған эше ысын мәғәнәлә ҙур эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе емеше ине. Уҡыусының ғилми эш етәксеһе Оксана Рябоваға ла афарин тиергә ҡала – балаға дөрөҫ эш йүнәлеше биреү, күңеленә эҙләнеү уты һалыу бик мөһим.

Конференцияла башҡа ҡанташыусы уҡыусыларҙың да эше ғәҙел баһаланды, өгөт-нәсихәт һүҙҙәре әйтелде. Иң-иңдәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Башҡорт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Яныбаева, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев конференцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың етәкселәренә тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүҙәге күрһәтелгән ынтылышҡа, ошондай сарала әүҙем ҡатнашыуға рәхмәттәр әйтеп, киләһе йылда ла күрешеүгә әйҙәп ҡалды.

Һис шикһеҙ, ошондай концеренциялар даими үтеп торорға тейеш!

20181201_123357-300x225 20181201_132039-300x225 20181201_111802-300x225 20181201_110940-300x225 20181201_111100-300x22520181201_120937-800x445

Теги: Новости на башкирском
Визит-центр «Башхырт» с конференц-залом и видеоаппаратурой; Музей природы; Демонстративно-экспериментальная площадка с маралами; Историко-геологические тропы «Башхырт» и «Змеевик»; Экологическая тропа «Арадый» в окрестностях поселка Саргая; Гостевые домики. Туры Выходного дня: "Конный тур", "Сплав по реке белой". Экскурсионный комплекс работает с 10.00 до 17.00 ежедневно. Башкирский заповедник всегда радостно встречает гостей. В гостевых домиках можно остановиться и отдохнуть с комфортом и уютом. В летнее время обустраивается палаточный городок. Грамотные экскурсоводы всегда готовы провести для вас увлекательные экскурсии.