Ә шулай ҙа заманында уны иң ҙур урман ҡошо булған, имеш. Шундай дәү булған, тей, хатта уны күтәрерлек ағас, ул һыу инә алырлыҡ йылға-күл булмаған. Әгәр әкиәттә ысынды һөйләһәләр инде (ышанырлыҡ та түгел, әй), селдең ауырлығы биш йөҙ килограмм самаһы булған! Дәү кәүҙәле булғанға сел ояны ағаста түгел, ә ерҙә эшләгән. Һыу инеп булмай, тип аптырап тормаған, “рәхәтләнеп” саңда аунаған. Бына шулай тормош шарттарына яраҡлашып һәүетемсә генә көн күргән сел.
Әммә башҡа урман йәнлектәренә тынғы булмаған. Сел ерҙән күтәрелгән саҡта урман шаулап, саң менән ҡойонған мәлендә ҡойондар уйнап торған, тей. Шундай көслө ғәрәсәт ҡупҡан, хатта эргә тирәләге башҡа ҡоштарҙың оялары пыран-заран килгән. Кемдер балаһын юғалтҡан, ә кемдер үҙе юғалған, тигәндәй. Урман йәнлектәре ыҙалауҙың тамам сигенә еткән. Сыҙарлыҡ хәлдәре ҡалмағас, Урман хужаһына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булғандар. Берәй сараһын күр инде, ошо селдән тынғы таба алмайбыҙ, уның осор мәле етһә ҡурҡып ҡына торабыҙ, тигәндәр. Уларҙы тыңлағандан һуң, йәнәһе, Урман хужаһы асыулы һәм уйсан ҡараштарын селгә төбәгән. Уныһы ыҡ-мыҡ иткән, башын былай борған, тегеләй борған. Аптырағас, ике ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп ебәреп ошолай тип әйтеп ҡуйған, имеш: “Бындай дәү кәүҙәне мин үҙем һорап алманым да инде!”. “Уны һеҙ үҙегеҙ миңә бирҙегеҙ”, тип тураһын әйтергә уңайһыҙланған сел. Урман хужаһы аптырауға ҡалған. “Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ”, тип уйлап ҡуйған ул. Бер аҙға уйлап торғандан һуң ул ошондай ҡарар сығарған: селдең “артыҡ” итен башҡаларға тигеҙ итеп бүлеп бирергә! Шул мәл дәү булып ултырған сел ҡапылдан ғына күҙгә күренеп ябыға, ә башҡа йәнлектәрҙең кәүҙәләре бер аҙ үҙгәрә башлаған, тей. Бына әкәмәт, тик торғандан ҡуяндың ҡолаҡтары оҙонайып киткән. Өкөнөң былай ҙа өлпәй ҡаштары тағы өлпәйә төшкән. Етмәһә, бер аҙ ҡылыйыраҡ күҙе түп-түңәрәк булған да ҡуйған. Төлкөнөң ҡойроғо апаруҡ оҙонайған. Бүренең башы ҙурая төшкән. Айыуҙың ҡорһағы бер аҙ “олпатланған”. Аҡҡоштоң муйыны, тумыртҡаның суҡышы, боландың мөгөҙө оҙонайған. Ҡыҫҡаһы, һәр йәнлеккә ниндәйҙер өлөш эләккән. Бер мәл Урман хужаһы селгә күҙ һалып ебәрһә… уның тәнендә ни бары биш йөҙ грамм ғына ит ҡалған, тей. Артығыраҡ ҡыландым, буғай, тип уйлап ҡуйған Урман хужаһы. Һәм шунда уҡ ул үҙ фарманының көсөн туҡтатҡан!
Барлыҡ йәнлектәр яңы ғына тау һымаҡ булып ултырған дәү селдең ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ ҡына булып ҡалғанына бер аҙ аптырап, хатта уны бер аҙ йәлләп ҡарап торғандар. Бындай хәлде ауыр кискргән сел. Был тирәнән тиҙерәк осоп китергә теләгән. Ул бәләкәй ҡанаттарын ышанысһыҙ ғына бер-икене ҡағып ҡараған да уларҙы елпетә-елпетә өҫкә күтәрелә башлаған. Урман йәнлектәре элекке ғәҙәттәре буйынса баштарын эйә биреп ҡасырға әҙерләнә башлаған. Әммә… дауыл-ҡойон ҡупмаған. Сел фырылдап ҡына ерҙән күтәрелгән һәм ағас ботағына барып ултырған. Урман йәнлектәре еңел тын алып ҡуйған. Тора-бара һәр кеме яйлап ҡына урманға таралышҡан.
Бына ошолай сел бәләкәй булып ҡалған. Ә шулай ҙа Урман хужаһы уның “дауыл ҡуптарып” ерҙән күтәрелеүен иҫтәлеккә тип уға ҡалдырған.
Әкиәт ошо ерҙә тамам.
Урманда булғандарҙың күбеһе быға шаһиттыр. Тын ғына урман буйлап китеп барған мәлдә ҡапыл ерҙән оло тауыш сығарып фырылдап бер нисә ҡош күтәрелә башлай. Тертләп китеп шул яҡҡа ҡарайһың. Ә ысынында иһә улар бәләкәй генә бер нисә сел икән. Улар ағас ботағына барып ултыра һәм башындағы бүректәрен ослайтып тирә яҡты ихтибар менән күҙәтә башлай. Ниндәйҙер хәүеф барлығы тураһында башҡаларҙы ла иҫкәртергә онотмайҙар. Селдең тауышы үҙенсәлекле генә. Ул таштан ташҡа һикереп сөбөрләп кенә аҡҡан шишмә тауышын хәтерләтә.
Әйткәндәй, сел һаман ояны ерҙә ҡора һәм һаман саңда ҡойона. Берәй ағас ботағына оя әтмәләргә, берәй шишмәгә төшөп һыуҙа йыуынырға өйрәнә алмаған, күрәһең. Шуныһы үҙенсәлекле, сел ғаиләһе бер төҙөгән ояһын ғүмер буйына ташламай. Ул йыл һайын ипкә-һапҡа килтерелеп тора. Инә сел ҡыҙыл-көрән таптар менән сыбарланған йомортҡалар һала. Ерҙә йомортҡа баҫып ултырған селде дошмандары еңел генә табыр кеүек. Әммә был ҡошто төҫө һаҡлай. Селдең һырты һорғолт көрән, ҡара һыҙығы бар. Ҡорһағы аҡһыл һоро, ул көрән таптар сыбарланған. Шым ғына ултырған сел һынып төшкән берәй ботаҡтың йә ағас төбөнөң ниндәйҙер бер өлөшөнә әйләнә, уны хатта төлкө-бүре лә күрмәй эргәһенән генә үтеп китә.
Сел ғаиләһе күптәргә үрнәк булырлыҡ. Йәш саҡта ҡауышҡан парҙар ғүмер буйына бер-береһенә тоғро ҡала. Ата сел һәр ваҡыт ғаиләгә ныҡлы терәк була – йомортҡа ла баҫыша, ашарға ла таба, балаларҙы ла тәрбиәләшә, ояны ла һаҡлай, үҙ еренә башҡаларҙы ла индермәй һәм башҡаһы. Саңда ҡойонор өсөн ерҙе соҡоп ыҡсым ғына “мунса” әтмәлләй. Ә шулай ҙа ваҡыты менән парҙар бер-береһен юғалта. Ҡайһы ваҡыт йомортҡа баҫып ултырған ҡош төлкө-бүрегә юлығып ҡуя, ҡайһы берәүһен һунарсы атып ала. Иң күбен һыуһар ҡыра, ул селдең төп дошманы булып иҫәпләнә. Үҙ парын юғалтҡан сел бындай ҡайғыны ауыр кисерә. Ул теп-теүәл бер йыл буйы яңғыҙы донъя көтә. Күңел яралары бер аҙ бөтәшкәс кенә яңы ғаилә ҡора.
Ҡыш осоронда сел ерҙең, дөрөҫөрәге, ҡарҙың, ярҙамына мохтаж. Һыуыҡ көндәрҙә был ҡош ботаҡтан ҡарға сума (ярҙан һыуға һикергән һымаҡ) һәм ҡар аҫтында оя һымаҡ ҡыуышлыҡ эшләп ала. Әлбиттә, ҡар аҫтында күпкә йылы. Әммә уның тәрәнлегенең кәмендә ун биш сантиметр булыуы мөһим. Сел ҡар аҫтында төрлө юлдар йыра. Тын алыу өсөн тишек уя. Ҡыуышлыҡ үтә йылып китһә, “мөрйәне” аса, һыуып китһә — яба. Сатлама һыуыҡ көндәрҙә асыҡ һауаға туҡланыр өсөн генә осоп сыға.
Тәү ҡарамаҡҡа ябай, әммә бик үҙенсәлекле ул сел исемле урман ҡошо.
Ә. Шәрипов
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының
төп ғилми хеҙмәткәре